Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Сентябрь 2022, 11:00

Керчь яҙмышы сәхнәлә күрһәтелә

Миәкә районының Илсеғол ауылынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында йөрөп ҡайтҡан Керчь ҡушаматлы хәрби аттың тарихы күптәргә билдәле. Мөнир Ҡунафин ошо фәһемле тарихҡа бәйле пьеса ижад иткән. 

Керчь яҙмышы сәхнәлә күрһәтелә
Керчь яҙмышы сәхнәлә күрһәтелә

Ә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театрында ошо әҫәр буйынса «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» спектаклен тапшырыу сараһы үтте.

– Спектакль сәхнә биҙәлеше, декорация буйынса билдәле бер ваҡытҡа һәм урынға бәйле түгел. Ул мәңгелек тураһында. Спектаклдә егермегә яҡын актер ҡатнаша. Улар аттарға, һалдаттарға, эшселәргә әүерелә. Бында уларға костюмдар һәм шартлылыҡтар ярҙам итә. Төп ролде Фәнил Ҡарасурин башҡара. Спектаклдең әҙерләнмәгән аудиторияға аңлайышлы булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Беҙҙең тәүге тамашасылар – ҡала мәктәптәре үҫмерҙәре баһалауынса, беҙ был маҡсатҡа өлгәштек, – тип һөйләне ҡуйыусы режиссер Айҙар Зарипов. Премьера 14 октябргә билдәләнгән.

Фото: Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:
Читайте нас: