Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Октябрь 2022, 11:00

Халыҡ яҙыусыһы хөрмәтенә таҡтаташ

Өфө ҡалаһының Менделеев урамындағы йортта Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. 

Халыҡ яҙыусыһы хөрмәтенә таҡтаташ
Халыҡ яҙыусыһы хөрмәтенә таҡтаташ

Сарала олуғ әҙиптең ҡәләмдәштәре, фекерҙәштәре, яҡташтары, ауылдаштары, ижадын үҙ иткән уҡыусылары ҡатнашты. Ул Ноғман Мусиндың тере тауышы – таҫмаға яҙылған сығышы менән башланды. Яҙыусының намыҫ, бәхет тураһындағы төплө, аҡыллы фекерҙәренең һәр заманда ла көнүҙәк булып ҡалыуы бәхәсһеҙ. Уның тауышын ишетеп, һәр кемдең күңелендә тап ошо минуттарҙа  әҙип үҙе лә беҙҙең арала торалыр кеүек тәьҫир тыуғандыр.  

Республика етәкселеге исеменән мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов һүҙ алып, мәшһүр яҙыусының ижады тотош халҡыбыҙҙың оло байлығы булыуын билдәләне.

- Шундай шәхес менән таныш, яҡташ булыуыма, бер белем усағында – данлыҡлы Маҡар мәктәбендә уҡыуыма ғорурланам. Үҙе иҫән саҡта уҡ ҡайһы бер уй-ниәттәрен бойомға ашырып өлгөрөүебеҙгә, мәҫәлән, тыуған ауылында һоҡланғыс йорт-музейын асыуыбыҙға ҡыуанам. Бөгөнгө сара ла Ноғман бабайыбыҙҙың яҡты рухын шатландырыр, тип ышанам, - тине Илнур Илдар улы.

Туғандары исеменән журналист Уйылдан Ғәлин халыҡ яҙыусыһы хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашып, республика етәкселегенә, баш ҡаланың Киров районы хакимиәтенә, ҡәләмдәштәренә, яҡташтарына, ауылдаштарына Ноғман Мусиндың яҡты рухын хөрмәт итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Киләсәктә олуғ туғаныбыҙҙың исемен мәңгеләштереү, шәхесенә һәм ижадына хөрмәт белдереү йәһәтенән эштәрҙе дауам итәсәкбеҙ, - тине ул.

Ҡәләмдәштәре исеменән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Рәшит Шәкүр, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин матур иҫтәлектәр менән уртаҡлашты. Улар үҙ сығышында Ноғман Сөләймән улының тормошта ла, ижадта ла намыҫлы, ихлас, киң күңелле, оло йөрәкле шәхес булыуын билдәләне. Яҡташтары Тәлғәт Сәғитов, Гөлфирә Абдуллина, Ишембай районы вәкилдәре, ауылдаштары уның ғүмере буйы тыуған еренә тоғро булып, үҙ районы, ауылы өсөн йән атып, халҡына ярҙам итеп йәшәүен айырып әйтте.

Ихлас сығыштарҙан, хәтирәләрҙән һуң аҡ япма асылды. Бөйөк әҙиптең уйсан һыны һәм ҡара мәрмәргә «Мин – мәңгелек урман» тип яҙылған юлдар уның башҡорт әҙәбиәте өсөн мәңге юғалмаҫ, киреһенсә, йылдар үтеү менән баһаһы арта ғына барыр оло байлыҡ ҡалдырыуын хәтеребеҙгә төшөрөп торор.

Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Халыҡ яҙыусыһы хөрмәтенә таҡтаташ
Халыҡ яҙыусыһы хөрмәтенә таҡтаташ
Халыҡ яҙыусыһы хөрмәтенә таҡтаташ
Халыҡ яҙыусыһы хөрмәтенә таҡтаташ
Автор:
Читайте нас: