Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ғинуар 2023, 15:00

Мәскәүҙә «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең исем туйы уҙҙы

Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын баш ҡала майҙансыҡтарында күрһәтеү изге традицияға әүерелде. 29 ғинуарҙа Мәскәүҙә йәнә әһәмиәтле мәҙәни ваҡиға булды – Кино йортонда «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең исем туйы уҙҙы.

Мәскәүҙә «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең исем туйы уҙҙы
Мәскәүҙә «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең исем туйы уҙҙы

Аҡ залда был йәкшәмбе кисендә аншлаг ине, күп ғаиләләр балалары менән килгәйне. Премьераны абруйлы ҡунаҡтар, мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре лә ҡараны. Тамашасыларҙы Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе, Рәсәй башҡорттарының федераль милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетов һәм Кино йорто директоры, танылған режиссер-документалист Екатерина Головня сәләмләнеләр.

— Мин Башҡортостанға һәр ваҡыт беҙгә премьера күрһәткәне, тамашасыларҙың, етәкселектең һәм Башҡортостан өсөн әһәмиәтле кешеләрҙең әүҙем килгәне өсөн бик рәхмәтлемен, – тине Екатерина Головня. – «Төньяҡ амурҙары» – үҙенсәлекле анимация фильмы, унда башҡорт халҡының фольклор традициялары һәм героик эпосы сағылдырылған. Бөгөн балаларға илебеҙҙең тарихи милли ваҡиғалары тураһында аңлайышлы итеп һөйләү үтә мөһим. Башҡорт кинематографистарының илебеҙ һәм сит илдәрҙең барлыҡ кинотеатрҙарында уңыш яуларына ышанам!

Йәнһүрәтте республика етәксеһе булышлығында Өфөнөң «Муха» студияһы Әмир Әбдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә төшөргән.

60 минутлыҡ фильм тамашасылар өсөн бер тынала үтеп китте, зал көслө алҡыштарға күмелде. Йомағужа батыр, аҡыллы Ҡылысбай, солоҡсолар Ихсан менән Усман, йәш егет Ғәбит, яугир ҡыҙ Агдалия тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.

– Бөгөн илебеҙҙең мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиға – «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең исем туйы уҙҙы, күреүегеҙсә, ул ҙур уңыш ҡаҙанды. Беренсенән, тулы зал. Икенсенән, төп баһа – кескәй тамашасыларыбыҙҙың баһаһы. Улар тын да алмайынса ҡараны, финал йыры башланғас, ҡул сабып, йырлап ултырҙы, быны күреү бик ҡыуаныслы, – тине Лилиә Ғүмәрова. – Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте – илһөйәрлек рухында тәрбиләү өсөн шәп ҡулланма. Беҙгә бер нәмә лә уйлап сығарырға кәрәкмәй, тарихҡа мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Бик сифатлы фильм. Балалар өсөн ошондай ысын фильмдар күберәк булһын ине!

Ике телдә яңғыраған «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен федераль прокатҡа май аҙағында сығарыу күҙаллана.

Башинформ

 

 

Мәскәүҙә «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең исем туйы уҙҙы
Мәскәүҙә «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең исем туйы уҙҙы
Автор:
Читайте нас: