Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Ғинуар 2023, 18:00

Әнғәм Атнабаев һәм Илдар Юзеевтың юбилейҙарына конкурс ойошторола

Республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең – 105, Әнғәм Атнабаевтың – 95 һәм Татарстандың халыҡ шағиры Илдар Юзеевтың 90 йыллығына арналған төбәк ижади конкурсы ойошторола.

Әнғәм Атнабаев һәм Илдар Юзеевтың юбилейҙарына конкурс ойошторола
Әнғәм Атнабаев һәм Илдар Юзеевтың юбилейҙарына конкурс ойошторола

Конкурстың төп маҡсаты – яҡташ шағирҙарыбыҙҙың ижадын һаҡлау һәм уларҙың әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу. Бурыстары: йәш быуынға илһөйәрлек һәм әхлаҡи тәрбиә биреү; һәләтле балаларҙы асыҡлап, уларға ярҙам күрһәтеү, балалар ижадын үҫтереү.

Конкурс 16 ғинуарҙан 27 февралгә тиклем әҙәби ижад (юбиляр шағирҙарҙың шиғырҙарын һөйләү) һәм музыкаль ижад (юбиляр шағирҙарҙың һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙарҙы башҡарыу) йүнәлештәре буйынса үткәрелә. Ҡатнашыусылар видеояҙма ебәрә. Конкурста йәш сикләүе юҡ, эштәр биш йәш категорияһында баһалана.

Ойоштороусылар – Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, Туймазы районының үҙәк китапханаһы менән берлектә Башҡортостан татарҙары конгресының урындағы бүлексәһе. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаны 27 февралгә тиклем [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк. Килеп тыуған һорауҙар менән конкурс координаторы Латипова Индира Әбүзәр ҡыҙына мөрәжәғәт итергә. Телефон: 8-927-303-35-49.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: