Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Февраль 2023, 15:00

Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған саралар әҙерләнә

Рәсәйҙең биш ҡалаһында, шул иҫәптән Өфөлә, Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуға арнап почта әйләнешенә Байрам маркаһы сығарылды.

Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған саралар әҙерләнә
Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған саралар әҙерләнә

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында беренсе көн штемпеле менән уны ғәмәлгә сығарыу тантанаһы үтте. 13 февралдә бөйөк рус басының тыуған көнөндә баш ҡалала күләмле мәҙәни саралар планлаштырылған.

 Һәйкәленә сәскәләр һалынасаҡ, Милли музейҙа күргәҙмә асыла, шулай уҡ театрҙа ваҡытында Федор Шаляпин өсөн махсус яҙылған операларҙан өҙөктәр яңғыраясаҡ. Гала-концертҡа күренекле Рәсәй артистары - Николай Диденко, Владимир Ванеев, Виктор Шость саҡырылған. Был турала Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында билдәләнде.

13 февралдә Өфөлә ҙур концерт үтә. Унда бас тауышлы артистар барыһына ла таныш булған моңло партияларҙы башҡарасаҡ. Шулай уҡ белем биреү  учреждениеларында «Шаляпин аҙналығы» уҙғарыу ҙа планлаштырылған. Барлыҡ муниципалитеттарҙы йәлеп итеү маҡсаты ҡуйылған.

Шаляпиндың юбилей йылында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты опера студияһы композитор Модест Мусоргскийҙың «Хованщина» музыкаль драмаһы премьераһын тәҡдим итә. Республиканың үҙешмәкәр коллективтары тематик юбилей концерттары әҙерләһә, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы тарафынан документаль фильм күрһәтелә. Яҙғыһын «Шаляпин уҡыуҙары», үҫеп килгән быуын өсөн ижади бәйгеләр планлаштырылған.

Автор:
Читайте нас: