Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Март 2023, 12:00

Һандуғастар көнләшерлек йырлай улар

Бәләбәй районының Өҫән-Ивановка ауылы мәктәбе уҡытыусыһы, үҙ эше оҫтаһы, ысын профессионал Зөлфирә Әүбәкирова етәкләгән «Соловушки» вокал төркөмө район, республика һәм хатта ил кимәлендәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Һандуғастар көнләшерлек йырлай улар
Һандуғастар көнләшерлек йырлай улар

Сере – үҙ эшенә мөкиббән уҡытыусының йырларға яратҡан ҡыҙҙар менән арыу-талыу белмәй шөғөлләнеүендә, уларҙың йырлау оҫталығын камиллаштырырға ынтылыуында.

Яңы шатлыҡлы хәбәр – быға асыҡ дәлил. Күптән түгел дистанцион ойошторолоусы «Ватаным минең» («Мое Отечество») III Халыҡ-ара асыҡ күп жанрлы ижади конкурсында «Соловушки» ансамбле ҡыҙҙары «Тень, тень под водой» рус халыҡ йырын башҡарып, I дәрәжә Дипломға лайыҡ булғандар. Абруйлы жюри, йырҙы видеояҙманан тыңлап, шундай юғары баһа биргән.

Әлеге конкурстың маҡсаты – һәләтле һәм талантлы башҡарыусыларҙы яҡлау һәм ижадты үҫтереү өсөн өҫтәмә шарттар булдырыу.

«Дөрөҫ быуын» конкурс ойошмаһы әлеге конкурсҡа ансамблде әҙерләгән һәм актив ҡатнашҡан өсөн Зөлфирә Хәбип ҡыҙын рәхмәт хаты менән бүләкләгән.

Таланттар шишмәһе – ауыл, тиҙәр. Барлыҡ ауыл мәктәптәрендә лә белгестәр – музыка уҡытыусылары булмауы ниндәй ҡыҙғаныс. Ә бит йыр-моңға һәләтле балалар һәр төбәктә бар.

З. Сәлихова

Һандуғастар көнләшерлек йырлай улар
Һандуғастар көнләшерлек йырлай улар
Һандуғастар көнләшерлек йырлай улар
Һандуғастар көнләшерлек йырлай улар
Автор:
Читайте нас: