Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Март 2023, 14:00

Еңеүселәр иҫәбендә!

«Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәгенең «Дуҫлыҡ» вокаль ансамбле (етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова) «Салауат мираҫы» төбәк конкурс-фестиваленең  I дәрәжә дипломына лайыҡ булды.

Еңеүселәр иҫәбендә!
Еңеүселәр иҫәбендә!

Сара Салауат ҡалаһында үтте. Конкурста ҡатнашыу өсөн Ауырғазы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мишкә, Стәрлебаш, Федоровка райондарынан, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан һәм беҙҙең Бәләбәйҙән 230 заявка килгән. Ә был меңләп ҡатнашыусы тигән һүҙ!

Афарин, «Дуҫлыҡ» ҡыҙҙары! Артабан да ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен!

Фото һәм видео башҡорт үҙәге битенән

Автор:
Читайте нас: