Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Июнь 2023, 15:00

Мәскәүҙә «Тамыр» каналының «Нурлы бала саҡ» байрам-концерты үтте

 «Тамыр» телеканалы яҡташтарыбыҙҙы Мәскәүҙә концерт менән ҡыуандырҙы!

Мәскәүҙә «Тамыр» каналының «Нурлы бала саҡ» байрам-концерты үтте
Мәскәүҙә «Тамыр» каналының «Нурлы бала саҡ» байрам-концерты үтте

Башҡортостандың Рәсәй президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге бинаһында «Тамыр» каналының «Нурлы бала саҡ» байрам-концерты үтте.

Мәскәүҙәр йәш артистарҙың һәр сығышын көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Яҡташтарыбыҙ тыуған моңдарға ҡушылып йырланы, бейене. Ә балалар уйындарҙа ҡатнашып бүләктәр отто.

Мәскәү башҡорттары был осрашыуҙы күптән көткән. Балаларҙы «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың Рәсәй президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ришат Халиҡов, Мәскәүҙәге Башҡортостан Дәүләт Власы Органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса Аппарат етәксеһе Ринат Фәйзуллин, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының беренсе урынбаҫары Альфред Вәлиев сәләмләне.

Концертҡа инеү Мәскәү сувенирҙары менән ине. Баш ҡала башҡорттары бүләктәр өҫтәлен уйынсыҡтар, иҫтәлекле сувенирҙар менән тиҙ арала тултырҙы. «Тамыр»ҙар уларҙы Өфөгә, вокал студияһы артистарына алып ҡайтырға вәғәҙә итте.

Мәскәүҙә «Тамыр» каналының «Нурлы бала саҡ» байрам-концерты үтте
Мәскәүҙә «Тамыр» каналының «Нурлы бала саҡ» байрам-концерты үтте
Мәскәүҙә «Тамыр» каналының «Нурлы бала саҡ» байрам-концерты үтте
Автор:
Читайте нас: