– Нәҡ ғаиләлә тел, йолалар, халыҡ мәҙәниәте һаҡлана һәм уның киләсәге һалына. Ғаилә ҡиммәттәре башҡорттар тормошоноң төп асылы булып тора, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды йыйылыусыларға мөрәжәғәттә МР Социаль үҫеш идаралығының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Регина Хәбетдинова. Ул шулай уҡ жюри рәйесе булды.
Халыҡ таланттарының сығыштарын 1-се балалар сәнғәт мәктәбе директоры Эдуард Агишев, Приют ҡасабаһы Мәҙәниәт йортоноң «Калинка» өлгөлө хореография ансамбле етәксеһе Анна Устинова һәм «Урал батыр» һарайының «Ләйсән» халыҡ башҡорт йыры ансамбле етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова ла баһаланы.
Фестивалдә «Нәфис һүҙ», «Инструменталь ижад», «Хореография» һәм «Вокал» номинацияларында үҙ оҫталыҡтарын күрһәткән төрлө йәштәге балалар һәм өлкәндәр ҡатнашты. Жюри ағзаларына ҡарарҙар ҡабул итеү еңелдән булманы. Шулай ҙа фестивалдең Гран-прийын Баженов ауылы мәҙәниәт йортонан Әлиә Шәймөхәмәтова бер тауыштан яуланы. Әйткәндәй, жюри ағзалары уның башҡорт ҡатынының бик матур костюмын - ҡашмау, һаҡал кейеүен билдәләне. Ул билдәле «Заһиҙә» халыҡ бейеүен башҡарҙы. Уның профессионал булмауына ҡарамаҫтан, бейеү теле аша башҡорт ҡыҙының матурлығын, аҡылын, һомғоллоғон асып күрһәтә алды.
Шулай уҡ төрлө йәш категорияларында еңеүселәр булдылар: «Инструменталь ижад» - музыка ҡоралдары студияһы ансамбле (Үҙәк мәҙәниәт һарайы, етәксеһе Павел Крылов); «Хореография» - Владлена Петрова (татар гимназияһы, етәксеһе Ынйы Баһауетдинова); «Сәйлән» бейеү коллективы (татар гимназияһы, етәксеһе Әлфиә Меркулова) һәм Алина Хәйруллина («Урал батыр» һарайы).
«Вокал» номинацияһында беренсе урын Әминә Ғәбделхәлимоваға (етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова), Әминә Һиҙиәтуллинаға (етәксеһе Элиза Ғилемханова), Андрей Сидоровҡа (етәксеһе Элиза Ғилемханова), «Дуҫлыҡ» вокаль ансамбленә (етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова) - барыһы ла «Урал батыр» милли мәҙәниәттәр һарайынан) һәм «Кәйеф» вокаль ансамбленә («БелАвтодеталь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, етәксеһе Вадим Агишев) бирелде.
– Сарала балалар баҡсаларынан ҡатнашыусыларҙың күп булыуы ҡыуандыра. Был бик мөһим, сөнки тап бәләкәйҙән халыҡ йолаларына, теленә, мәҙәниәтенә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләнә, - тип билдәләне жюри ағзаһы Нәзирә Фәрхетдинова. - Әммә башҡорт халҡының ҡурай, ҡумыҙ, думбыра кеүек бренд милли уйын ҡоралдары яңғырамауы бик үкенесле... «Нәфис һүҙ» номинацияһында ла башҡорт телендә шиғырҙар уҡырға теләүселәрҙең күберәк булыуын күрергә ине. Барыһы ла телде белеүҙән башлана, ә хәрәкәттәрҙе һәм һүҙҙәрҙе ятлап ҡына ла бейергә һәм йырларға мөмкин.
Бәләбәй районында уҙғарылған фестивалдәр халыҡ мәҙәниәтенә, йолаларына ҡыҙыҡһыныуҙың кәмемәүен күрһәтә. «Урал батыр» һарайы фойеһында «Мираҫ» башҡорт биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиеларының күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда «Ләйсән» халыҡ йыр ансамбле ҡатнашыусыларының, атап әйткәндә, Зифа Салауатованың, Эльмира Маликованың, Нәзирә Фәрхетдинованың, Эльвира Яруллинаның, Светлана Ҡусҡарованың һәм Элиза Ғилемханованың эштәре тәҡдим ителде. Байрамға килеүсе ҡунаҡтар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Дим башҡорттары мәҙәниәтенең байлығын һәм матурлығын символлаштырған, башҡорт йортоноң йылыһын һәм йәмен күрһәткән ҡашмау, һаҡал, хәситә, моңлайса, селтәр кеүек ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре менән танышты.
Фотолар: «Урал батыр» һарайынан