Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Март , 10:00

«Ләйсән» «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары фестиваленә барҙы

«Урал батыр» милли-мәҙәниәттәр һарайының «Ләйсән» башҡорт йыры халыҡ ансамбле (етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова) «халыҡ» һәм «өлгөлө» маҡтаулы исемдәрен яҡлау сиктәрендә «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары фестивалендә ҡатнашты.

«Ләйсән» «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары фестиваленә барҙы
«Ләйсән» «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары фестиваленә барҙы

Был ысын таланттар ярышы булды, унда ҡатнашыусылар юғары башҡарыу оҫталығын, һайланған әҫәрҙәренең үҙенсәлеген, ҡабатланмаҫ художество стилен күрһәтте. Был сара өс йылға бер тапҡыр үткәрелә һәм Башҡортостандың мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиғаларҙың береһе булып тора. Фестиваль Рәсәй халыҡтарының күп милләтле мәҙәни мираҫын булдырыуға, һаҡлауға һәм арттырыуға булышлыҡ итә. Фестиваль үткәрелгәндән һуң абруйлы жюри ижади коллективтар етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе, уның барышында жюри ағзалары һәр сығышты ентекле анализланы һәм һәр коллектив өсөн үҙҙәренең профессиональ комментарийҙарын һәм тәҡдимдәрен бирҙе.

«Ләйсән» «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары фестиваленә барҙы
«Ләйсән» «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары фестиваленә барҙы
«Ләйсән» «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары фестиваленә барҙы
Автор: Зульфия Гарифуллина
Читайте нас