Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Апрель , 12:00

Шатлыҡ ташҡыны кисерҙеләр

«Автодеталь» предприятиеһы мәҙәни-спорт реабилитация үҙәгенең «Йәйғор» хореография ансамбле (етәксеһе Зарима Ғөбәйҙуллина) «Бейеү фейерверкы» Бөтә Рәсәй конкурсында ике беренсе дәрәжә диплом яуланы. Ижади бәйге 28 мартта Чебоксарҙа үтте, унда Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең иң яҡшы бейеү ансамблдәре йыйылды. Был сара «Күреү һәләте  буйынса инвалидтарҙы реабилитациялау» программаһының бер өлөшө булып торҙо.

Шатлыҡ ташҡыны кисерҙеләр
Шатлыҡ ташҡыны кисерҙеләр

Ойоштороусылары – Бөтә Рәсәй спорт йәмғиәтенең Мәҙәни-спорт реабилитация комплексы (Мәскәү ҡалаһы) һәм Бөтә Рәсәй спорт йәмғиәтенең Сыуаш республика ойошмаһы. Конкурста Башҡортостан, Архангельск, Волгоград, Карелия, Краснодар, Мари, Түбәнге Новгород, Пермь, Свердловск, Татарстан, Төмән, Силәбе, Сыуаш һәм Ярославль 14 төбәк ойошмаларынан 21 номинант ҡатнашты.

Музыка һәм хәрәкәт байрамында бәләбәйҙәр сағыу тәьҫораттар һәм яңы бейеүҙәр ижад итеүгә илһам алды.

Фотолар: Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең урындағы ойошмаһы

Шатлыҡ ташҡыны кисерҙеләр
Шатлыҡ ташҡыны кисерҙеләр
Шатлыҡ ташҡыны кисерҙеләр
Автор: Светлана Прокофьева
Читайте нас