Мәҙәниәт
7 Апреля , 08:00

«Дарман» ҡурайсылар ансамбле – лауреат!

«Ғаилә» милли проектының «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған йәш ҡурайсы мәктәбе проекты сиктәрендә «Дарман» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле Талип Латипов һәм Абдулғәфи Хәлфетдинов исемендәге «Ете мөғжизә» республика ҡурайсылар конкурсында ҡатнашты. Бәйге Белорет районының Сосновка ауылы күп функциялы клубы нигеҙендә үтте.

«Дарман» ҡурайсылар ансамбле – лауреат!«Дарман» ҡурайсылар ансамбле – лауреат!
«Дарман» ҡурайсылар ансамбле – лауреат!

Быйыл ижади конкурс республикабыҙҙың төрлө райондарынан 130-лап ҡатнашыусыны йыйҙы, сараның географияһын киңәйтте. Бәйгелә Белорет, Ейәнсура, Бөрйән, Салауат, Хәйбулла һәм Учалы райондарынан, шулай уҡ Сибай, Өфө һәм Бәләбәй ҡалаларынан вәкилдәр ҡатнашты. Бынан тыш, конкурсҡа Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан башҡарыусылар килде.

16 йәшкә тиклемге ансамблдәр номинацияһында «Дарман» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Э.К. Агишев) 3 дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды!

Мәғлүмәт һәм фотолар 1-се сәнғәт мәктәбе сайтынан

«Дарман» ҡурайсылар ансамбле – лауреат!
«Дарман» ҡурайсылар ансамбле – лауреат!
«Дарман» ҡурайсылар ансамбле – лауреат!
Автор:
Читайте нас