Мәҙәниәт
9 Апреля , 09:00

Һәр еңеү – ҙур хеҙмәт

Бәләбәй ҡалаһының 1-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Лев Огарков VI Бөтә Рәсәй ҡыллы музыка ҡоралдарында йәш башҡарыусылар конкурсының I дәрәжә лауреаты булды.

Һәр еңеү – ҙур хеҙмәтҺәр еңеү – ҙур хеҙмәт
Һәр еңеү – ҙур хеҙмәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҙған ижади ярыштарҙа скрипкала, альт, виолончель һәм контрабаста уйнаусы утыҙҙан ашыу башҡарыусы ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙың географияһы: Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Дәүләкән, Илеш районы. Улар барыһы ла балалар музыка мәктәптәренең, сәнғәт мәктәптәренең йәш музыканттары, шулай уҡ урта һәм юғары музыкаль белем биреү учреждениелары студенттары.

«Йәш скрипкасылар инструментты бик яҡшы белеүен, композиторҙың ниәтен тәрән аңлауын күрһәтте», – тип конкурсты ойоштороусылар конкурсанттарҙың сығыш яһауына сәнғәт институты сайтында аңлатма бирҙе. Иң яҡшылар исемлегендә беренсе урында Лев Огарковтың исеме тора. Бында шулай уҡ уҡытыусы Лариса Приказчикованың һәм концертмейстер Татьяна Сөнәғәтованың хеҙмәте ҙур. Уларҙың тырыш хеҙмәте һәм һөнәрилеге балаларға үҫешергә, һәләттәрен асырға һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итә.

Фотолар 1-се балалар сәнғәт мәктәбенән

Һәр еңеү – ҙур хеҙмәт
Һәр еңеү – ҙур хеҙмәт
Һәр еңеү – ҙур хеҙмәт
Һәр еңеү – ҙур хеҙмәт
Һәр еңеү – ҙур хеҙмәт
Автор:Светлана Прокофьева
Читайте нас