Мәҙәниәт
10 Апреля , 11:00

Йыр йәшәтә, йәшәртә, дәртләндерә!

9 апрелдә «Урал батыр» мили-мәҙәни һарайы сәхнәһендә «Йөрәктә -  йырҙар, күңелдә - моңдар» тигән сағыу исем аҫтында «Ләйсән»  башҡорт йыры халыҡ ансамбленең отчет концерты үтте (етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова).

Йыр йәшәтә, йәшәртә, дәртләндерә!Йыр йәшәтә, йәшәртә, дәртләндерә!
Йыр йәшәтә, йәшәртә, дәртләндерә!

Быйыл коллектив сираттағы тапҡыр «халыҡ ансамбле» юғары исемен раҫланы. Уның репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары ла, хәҙерге заман композиторҙарының лирик, патриотик йырҙары ла бар. Йыл һайын ансамбль юғары башҡарыу оҫталығы күрһәтә. Шуға ла  халыҡ һөйөүен яуланы, тамашасылар концерттарына теләп килә, алҡышлай.

 Кисә сараға килгән ҡунаҡтар өсөн байрам фойела уҡ башланды, унда уларҙы «Халҡым хазинаһы» күргәҙмәһе көтә ине, унда ансамбль ҡыҙҙары эшләгән башҡорт милли ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре ҡуйылғайны.

Концерт программаһы бик бай булды, унда халҡыбыҙҙың күп быуатлыҡ тарихын, мәҙәниәтен һәм традицияларын сағылдырған халыҡ йырҙары, шулай уҡ республикабыҙҙың хәҙерге композиторҙары йырҙары яңғыраны. «Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурсы лауреаты Эльмира Маликова һәм Әҙһәм Шәймөхәмәтов башҡарыуындағы күңелдән сыҡҡан моңло йырҙар залда бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Яугирҙарға арналып башҡарылған патриотик йырҙар  батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ, ватанға һөйөү, тыныслыҡ тураһында һөйләне…

Был кистә тамашасылар алдында халыҡ коллективы ғына түгел, ә уның иң бәләкәй ҡатнашыусылары - «Дуҫлыҡ» вокаль ансамбле һәм ансамбль солистары Әмирә Дәүләтшина, Әминә Ғабделхәлимова, Александр Гончаров сығыш яһанылар. Тамашасыларҙы Светлана һәм Владимир Григорьевтар етәкселегендәге «Грация», «Талисман», «Уяныу» бейеү коллективтары, муниципаль башҡорт мәҙәниәте фестивалендә гран-при яулаған Әлиә Шәймөхәмәтова башҡарыуында «Заһиҙә» башҡорт халыҡ бейеүе ҡыуандырҙы. Башҡорт йыры халыҡ коллективы етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова башҡарыуында ҡумыҙҙың тылсымлы көйҙәре лә тамашасылар өсөн ысын бүләк булды.

Конценттағы һәр сығыш халыҡ сәнғәте донъяһына бәләкәй генә сәйәхәт булды, Тамашасыларға Рәсәй халыҡтарының дөйөм мәҙәни мираҫының байлығы һәм төрлөлөгө тураһында иҫкә төшөрҙө.

Муниципаль райондың Социаль үҫеш идаралығы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Регина Хәбетдинова ансамблгә йөрөүселәргә йыл һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте, коллективтың райондың йөҙө, йөҙөк ҡашы булыуын билдәләне, артабан да ижади уңыштар теләне. Шулай уҡ ансамблдә ҡатнашыусыларҙы Бәләбәй районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәхмәт хаттары менән дәртләндереү концерттың күңелле мәле булды. Ә ансамбль етәксеһе Нәзирә Хисаметдин ҡыҙы йырсыларын көтөлмәгән бүләк менән ҡыуандырҙы – һәр береһенә 1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли баш кейеменә әйләнгән данлыҡлы француз яулығын бүләк итте.

Тулы зал, көслө алҡыштар һәм тамашасыларҙың балҡып торған йөҙҙәре кисәнең уңышлы булыуын асыҡ күрһәтте! Отчет концерты тамамланды. Ә коллективтың алда пландары күп, тимәк, матур йырҙар яңғыраясаҡ әле. Уларға яңы ижади уңыштар, илһам теләйбеҙ һәм яңы сығыштар көтәбеҙ!

Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.

Фотолар:  «Урал батыр» милли-мәҙәни һарайы

Йыр йәшәтә, йәшәртә, дәртләндерә!
Йыр йәшәтә, йәшәртә, дәртләндерә!
Йыр йәшәтә, йәшәртә, дәртләндерә!
Йыр йәшәтә, йәшәртә, дәртләндерә!
Йыр йәшәтә, йәшәртә, дәртләндерә!
Йыр йәшәтә, йәшәртә, дәртләндерә!
Йыр йәшәтә, йәшәртә, дәртләндерә!
Йыр йәшәтә, йәшәртә, дәртләндерә!
Йыр йәшәтә, йәшәртә, дәртләндерә!
Йыр йәшәтә, йәшәртә, дәртләндерә!
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас