

Ҡатнашыусыларҙың оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хор рус халыҡ, казак йырҙарын һәм билдәле совет авторҙарының композицияларын ихлас башҡарыуы менән таң ҡалдыра.
– Хорҙың күп тауышлылығы, Нина Осипова һәм Татьяна Мәжитова дуэтының сығышы, солистар Владимир Павлов, Валентина Ушакова, Рәмзиә Ғәлләмова, Любовь Шарабарова һ.б. йырҙары алҡыштарға күмелде. Беҙҙә минусҡа башҡарылған номерҙар булыуға ҡарамаҫтан, хор ағзалары барыбер яратҡан баянсыһы Юрий Науменконың тере аккомпанементы аҫтында сығыш яһарға ярата. 22 номерҙан торған ике сәғәтлек программа бик тиҙ үтте, – тип уртаҡлашты Э. Ғилемханова.
Шулай уҡ концертта «БелАвтодеталь» акционерҙар йәмғиәте коллективы солистары Альбина Сәйфетдинова һәм Рәйсә Исинбаева, «Эксперимент» вокаль студияһы солистары Әминә Иҙиәтуллина Һәм Андрей Сидоров ҡатнаштылар.
Етәксе билдәләүенсә, хор яңы рус һәм казак костюмдарында айырыуса матур күренә. Коллектив бының өсөн «Урал батыр» һарайы директоры Людмила Джимаға рәхмәт белдерә.
Людмила Григорьевна «Ветеран» хоры клубының бөтә ағзаларына уларҙың хеҙмәте, эшкә тоғролоғо һәм учреждениеның мәҙәни тормошона индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе. Уларҙың тырышлығы менән концерттар һәр ваҡыт сағыу һәм мауыҡтырғыс үтә, тип билдәләне ул. Шулай уҡ учреждение етәксеһе активистарға ижади фиҙакәрлектәре һәм «Урал батыр» һарайын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы.
«Ветеран» клубы хоры үҙенең миҫалында сәнғәттең йәш сиктәрен булмауын күрһәтә. Теләһә ниндәй йәштә ижад итергә мөмкин. Бындай коллективтар үткәндәрҙе ҡәҙерләргә, мәҙәни традицияларҙы хөрмәт итергә һәм көндән-көн рәхәтләнеп йәшәргә рухландыра.
«Урал батыр» һарайы фотолары