Мәҙәниәт
14 Апреля , 07:00

Ҡурай – 3D принтерҙа

Өфөлә етештерелгән пластмасс ҡурай бик күп музыканттар араһында ҡыҙыҡһыныу уятты. Хатта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар араһында ла ҙур һорау тыуҙырҙы. Уның уңайлы, кеҫәлә йөрөтөп уйнарлыҡ итеп эшләнеүен билдәләй.

Ҡурай – 3D принтерҙаҠурай – 3D принтерҙа
Ҡурай – 3D принтерҙа

Принтер аша эшләнгән музыка ҡоралы сығарыла башлауға ни бары ике ай. Ошо ваҡыт эсендә ул бик күп ҡурайсылар араһында танылып өлгөргән. Бигерәк тә, ижади сәфәргә сығыусылар араһында. Беренсенән, уңайлылығы, икенсенән. күсереп йөрөтөүҙә хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Пластмассанан булһа ла, үлән ҡурайҙан ҡалышмай.

Башҡортостандың Милли симфоник оркестры солисы Арыҫлан Оморҙаҡов заман ҡурайының нескәлеген үҙ миҫалында һынап өлгөргән дә инде. Профессиональ музыкант яңылыҡты ихлас ҡабул иткән. Сөнки, уйын ҡоралының трансформацияһы уның өсөн оҙайлы гастролдәргә сыҡҡанда бик ҡулай.

Әйткәндәй, яҡын арала 3D ҡурай етештереүселәр музыка ҡоралын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ла тапшырырға ниәтләй. Бының өсөн махсус футляр ҙа принтер аша сығарыла башлаған.

Башньюс.

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас