

Милли кейем көнө алдынан «Урал батыр» милли-мәҙәни һарайының башҡорт мәҙәниәте үҙәге хеҙмәткәрҙәре ошо әһәмиәтле көнгә арналған саралар циклы әҙерләне.
Башҡорт мәҙәниәте үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Нәзирә Фәрхетдинова Бәләбәй гуманитар-техник колледжының 1-се курс студенттары өсөн «Милли кейем. Төҫтәр һәм биҙәүестәр сағыулығы» темаһына башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре – һаҡал һәм ҡашмау тегеү йәһәтенән оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Ҡатнашыусылар башҡорт халҡының милли кейеменең тарихы һәм үҙенсәлектәре тураһында мауыҡтырғыс хикәйәне ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Уларға матур һәм сағыу милли кейем элементтарын күрһәттеләр, шулай уҡ костюмдарҙа теге йәки был элементтарҙың барлыҡҡа килеүенең ҡыҙыҡлы факттары, уларҙың үҙенсәлектәре һәм мәғәнәләре хаҡында һөйләнеләр.
***
1-се гимназияла үҙәк хеҙмәткәрҙәре «Башҡорт милли кейеменең матурлығы» интерактив программаһы ойошторҙо.
Сарала ҡатнашыусылар башҡорт милли кейеменең тарихы, «ҡашмау», «һаҡал», «хәситә» кеүек милли биҙәүестәрҙең ниҙән һәм нисек эшләнеүе хаҡында белде, башҡорт орнаментының колориты менән танышты.
Интерактив формат уҡыусыларға экспонаттарҙы күрергә генә түгел, ә милли костюмдың айырым элементтарын тотоп, кейеп ҡарарға, традицион биҙәүестәрҙе, орнаменттарҙы һәм сигеүҙәрҙе яҡындан ҡарарға, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алыу мөмкинлек бирҙе. Сара гимназия уҡыусыларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты һәм ҡатнашыусыларға башҡорт мәҙәни мираҫының байлығын яҡшыраҡ аңларға һәм баһаларға ярҙам итте.
«Урал батыр» һарайы материалдары буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне