Мәҙәниәт
19 Мая , 16:00

Республика Китап байрамына әҙерләнә

Өфө IV Китап байрамын ҡаршылай. Фестивалдең быйылғы үҙенсәлеге – уның сараларына республикабыҙҙың барлыҡ ҡала, райондары йәлеп ителә.     

Республика Китап байрамына әҙерләнәРеспублика Китап байрамына әҙерләнә
Республика Китап байрамына әҙерләнә

Бөгөн “Китап” нәшриәте кибетенең саралар майҙансығында БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, "Китап" нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова һәм баш ҡаланың ҡайһы бер алдынғы мәҙәниәт учреждениелары вәкилдәре ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында IV Китап байрамына әҙерлек, уның барышында була торған саралар тураһында һүҙ барҙы. 

Халыҡ-ара китап йәрминкәһен Башҡортостан быйыл инде дүртенсе тапҡыр үткәрә. Китап байрамының ойоштороу кимәле, ваҡиғалары федераль кимәлдә лә бик юғары баһаланып, ул илебеҙ төбәктәре араһында үткәрелгән ошондай саралар буйынса иң алдынғыһы тип танылды.

Наталья Лапшина журналистар алдында был турала тағы бер ғорурланып иҫкә төшөрҙө. Мәҙәниәт министры урынбаҫары һүҙен ҡәләм эйәләренә дөйөм эшкә индергән өлөштәре, әүҙем мәғлүмәт эше алып барыуҙары өсөн рәхмәт әйтеүҙән башланы. “Беҙ бергәләп мәғлүмәти мөхитте будырабыҙ, бер ваҡиға ла һеҙҙең ҡатнашлыҡтан тыш булмай", – тине ул һәм быға тиклемге фестивалдәрҙә лә емешле эшләгән өсөн рәхмәт әйтеп, сираттағы Китап байрамында ла татыу һәм һөҙөмтәле эшләүгә ышаныс белдерҙе.

Быйылғы сараның төп темалары, әлбиттә, Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы, Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаиләләр йылы һәм уларға бәйле илһөйәрлек, тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау. Ошо төп ҡиммәттәр IV Китап байрамы ваҡытында үткәрелгән бөтә сараларҙың нигеҙ ташы булып тора. Авторҙар, нәшерселәр менән осрашыу булһынмы, йә йыр-моң сығыштарымы – барыһы ла ошо мөһим төшөнсәләргә бәйләнә.

Быйылғы Китап байрамының бик ҙур үҙенсәлеге – ул Өфө менән генә сикләнмәй, республикабыҙҙың барлыҡ ҡала, райондарына ла йәйелдерелә.

Бәләбәй районында йәрминкә Үҙәк китапханала ойошторола (Бәләбәй ҡалаһы, Әмиров урамы, 13). 28 майҙа бында «Яңы китаптар менән осрашыу» (10-дан 15 сәғәткә тиклем) планлаштырылған, унда яңы китаптарға күҙәтеү ойоштороласаҡ, 15 сәғәттә - «Китапханала авторҙар диалогы» - урындағы яҙыусылар менән осрашыу, ҡыҫҡа хикәйәләр, шиғырҙар, комикстар яҙыу нигеҙҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу.

29 майҙа иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем - «Бөтә ғаилә менән китапханаға» асыҡ ишектәр көнө һәм киске 5-тә «Мәңгелек китап» әҙәби квест уҙғарыла.

 

 

 

Автор:
Читайте нас