

Финал Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында үтте.
Жюри ҡарары буйынса, Бәләбәйҙең «Шатлыҡ» хоры лауреат дипломына лайыҡ булды, ә конкурстың иң яҡшы солисы тип йәш йырсы Паргев Беридзе танылды һәм диплом менән бүләкләнде.
Л.Е. Шәйхуллина һәм Т.Ә. Сөнәғәтова коллективты һәм солисты әҙерләгән өсөн рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Балалар сәнғәт мәктәбенең йәш хор йырсылары һәм Паргев Беридзе Бәләбәйҙе данлай!
Афариндар!
Фотолар: Л.Шәйхуллина