Мәҙәниәт
2 Июня , 06:00

«Илһам» гармунсылар ансамбле – Ҡаҙанда!

Ҡаҙан ҡалаһында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ йырсыһы, яратҡан йырсыбыҙ Фән Вәлиәхмәтовтың юбилейы айҡанлы, уның бай ижадына бағышланған ҙур концерт уҙҙы. Унда Бәләбәй татар гимназияһының күп сараларҙа сығыш яһап, мәҙәниәт өлкәһендә танылыу яулаған «Илһам» гармунсылар ансамбле лә саҡырылды.

«Илһам» гармунсылар ансамбле – Ҡаҙанда!«Илһам» гармунсылар ансамбле – Ҡаҙанда!
«Илһам» гармунсылар ансамбле – Ҡаҙанда!

Гармунсылар коллективы етәкселәре Гүзәл Риф ҡыҙы һәм Тимерхан Әсғәт  улы Әхмәтовтар менән бергә «Сәйҙәш» мәҙәниәт үҙәгендә сығыш яһап, Ҡаҙан ҡәҙәр Ҡаҙан тамашасыларын таң ҡалдырҙылар.
Икенсе көндө малайҙар, егеттәр тип әйтке килә үҙҙәрен, Ҡаҙан буйлап экскурсияларҙа булдылар, иҫтәлекле урындар менән таныштылар. Лайыҡлы сығыш яһап, Бәләбәй ҡалаһы татар гимназияһының, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың абруйын күтәреүсе балаларға, уларҙың уйнау һәләтен үҫтереү өсөн күп көс һалыусы етәкселәренә, ата-әсәләренә рәхмәт!

Кем белә, киләсәктә, бәлки, уларҙың ҡайһы берәүҙәре күренекле гармунсы- баянсы булып китер?
Туймазы районының Төмәнәк ауылындағы «Бабай утары» этномәҙәни үҙәге етәксеһе, туған халҡы өсөн күп изге эштәр башҡарыусы Фәнир Ғәлимов унда барыу һәм ҡайтыу, «Татарстан» ҡунаҡханаһында урынлашыу сығымдарын күтәрҙе, коллективҡа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.

Фотолар «Илһам» ансамбленән.

«Илһам» гармунсылар ансамбле – Ҡаҙанда!
«Илһам» гармунсылар ансамбле – Ҡаҙанда!
Автор:Зәйфә Сәлихова
Читайте нас