

Байрам һигеҙ төбәктән: Сыуашстан Республикаһынан, Ульяновск һәм Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан, Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән, Нижневартовскиҙан, шулай уҡ Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан ҡунаҡтар һәм ижади коллективтар йыйҙы.
Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында: Бәләбәй районы советы секретары Артур Садиҡов, генерал-лейтенант, РФ Геройы, РФ сыуаштарының федераль милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Николай Гаврилов, XXII Олимпия уйындарының ирекле көрәш буйынса бронза призеры, дүрт тапҡыр донъя чемпионы һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Сергей Корнилаев, профессор, медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры, Башҡортостандың Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Виталий Викторов, Сыуаш Республикаһы Мәҙәниәт, йәштәр эштәре һәм архив эше министрлығы Дуҫлыҡ йортоноң төбәктәр менән эшләү бүлеге начальнигы Владимир Тяпкин һәм башҡалар.
Тантанала ҡатнашыусыларҙы икмәк-тоҙ менән Ыҫлаҡбаш ауыл советы ауыл биләмәһе Ольга Егорова, «Сильби» вокаль ансамбле һәм К.В. Ивановтың Йорт-музейы янында урындағы халыҡ ҡаршы алды.
Байрам сараһының мөһим ваҡиғаһы булып Ыҫлаҡбаш мәктәбенә К.В. Иванов исемен биреү хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылыуы торҙо. Был тантана бөйөк шағирҙың хәтерен мәңгеләштереүгә һәм буласаҡ уҡыусылар өсөн мәҙәни тамырҙарҙы һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлауҙың мөһимлеген иҫкә төшөрөүгә йүнәлтелгән.
Ҡунаҡтар К.В. Ивановтың йорт-музейында булды, унда экскурсовод Ольга Андреева уларҙы шағирҙың биографияһы һәм мираҫы менән таныштырҙы. Сыуаш шиғриәте классигының ҡәберенә сәскәләр һалғандан һуң, тантаналы сарала ҡатнашыусылар бөйөк шағирҙың лирикаһы һәм сыуаш фольклоры менән тығыҙ бәйләнгән Нарспи шишмәһенә барҙы.
Байрам концерт менән тамамланды, унда сыуаш ансамблдәре һәм солистары сығыш яһаны. Программаның һәр номеры туған телгә, мәҙәниәткә һәм Ватаныбыҙға тәрән һөйөү сағылдырҙы.
Байрам ваҡытында уҡыусылар Һәм студенттар Константин Ивановтың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе яттан уҡыны. «Нарспи» поэмаһы яңғырағанда авторҙың исеме һәм уның йәне кешеләрҙең күңел түрендә йәшәйәсәк.
Елена Петрова фотолары