

Йылы һүҙҙәр һәм алҡыштар яңғыраны, ә ҡатнашыусыларҙың күҙҙәрендә үҙ ҡаҙаныштары менән ғорурланыу хистәре сағылды.
Һәр коллектив был ваҡиғаға айырыуса тулҡынланып килде, коллегалары өсөн ҡотлауҙар ғына түгел, ә ысын ижади сығыштар әҙерләне. Сәхнәлә автор йырҙары яңғыраны, шиғырҙар уҡылды, дәртле бейеүҙәр башҡарылды, был ысын күңелдән бер-береңде хуплау һәм дуҫлыҡ билдәһе булды.
Сәнғәт донъяһында яңы юл башлаған балаларҙың рәхмәт хаттары алыуы айырыуса тулҡынландырғыс булды. Уларҙың яҡты йөҙҙәре һәм шатлыҡлы йылмайыуҙары тырышлыҡтары һәм хеҙмәте бушҡа булмағанын иҫбатлай ине.
Өлкән коллективтарҙың сығышы ла сағыу булды, уларҙың һәр береһе райондың мәҙәни тормошона үҙ өлөшөн индерҙе. Бейеүселәр, музыканттар һәм актёрҙар – уларҙың барыһы ла юғары оҫталыҡ кимәлен һәм үҙ эшенә тоғролоғон күрһәтте.
Байрам ҡунаҡтары, «Шанс» бейеү-спорт клубында ҡатнашыусылар, барыһын да дә дәртле бейеүҙәре менән шатландырҙы.
Фотолар: Үҙәк мәҙәниәт һарайы