

Фестиваль 20-21 июндә Октябрьский ҡалаһында үтте. Ул РФ казактарға ярҙам итеү буйынса дәүләт сәйәсәте сиктәрендә уҙҙы. Сара йолаларҙың байлығын, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты һәм илдең төрлө төбәктәрендә казак мәҙәниәтен юғары кимәлдә һаҡлауҙы күрһәтте.
Приют ҡасабаһы бейеүселәренең ҡаҙаныштары ике диплом менән тулыланды. «Калинка» ансамбле солистары Богдан Бабинцев һәм Диана Варламова - «14 йәштән өлкәнерәк хореография» номинацияһында – I дәрәжә, «Карамелька» коллективы «14 йәшкә тиклемге хореография» номинацияһында III дәрәжә лауреат дипломдарыы менән бүләкләнде.
– Быйыл ҙур ижад фестивале Башҡортостандан, Ырымбурҙан, Һарытау өлкәһенән, Татарстандан һәм Сыуашстандан 300 ҡатнашыусыны берләштерҙе. Конкуренция бик юғары булды, әммә артистарыбыҙ үҙҙәрен юғары кимәлдә күрһәтте, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты бейеү коллективтары етәксеһе.
Фотолар: Приют ҡасабаһының мәҙәниәт йорто