Мәҙәниәт
5 Июля , 05:00

Лилиә Мәжитова: «Мин ҺИҢӘ ҡарайым...»

26 июндә БР Профсоюздар йортонда үҙешмәкәр рәссам Лилиә Мәжитованың шәхси күргәҙмәһе асылды.

Лилиә Мәжитова: «Мин ҺИҢӘ ҡарайым...»Лилиә Мәжитова: «Мин ҺИҢӘ ҡарайым...»
Лилиә Мәжитова: «Мин ҺИҢӘ ҡарайым...»

Уның һәр эше яҡтылыҡ, шатлыҡ, ә буяуҙар төҫө авторҙың сағыу уй-тойғоларын  сағылдыра.

Рәссам әйтеүенсә, күргәҙмә «Мин ҺИҢӘ ҡарайым...» хайуандарҙың ғәжәп эске донъяһына арналған һәм тамашасы менән хайуан араһында үҙ-ара күҙәтеү тойғоһо тыуҙыра.

- Картиналағы һәр персонаждың үҙ йәне, үҙ кәйефе, үҙ энергияһы, арыған уйсан айыуҙан алып, ҡояш нурҙарындағы иҫ киткес бәхетле ҡыҙыл һары  бесәйгә тиклем! Картина өҫтөндә эшләгәндә персонаждың минең ҡылҡәләмем аҫтында әкрен генә йәнләнеүен күрәм , күҙҙәрен һүрәтләнгәндән һуң  мин был яңы тере йән менән күҙгә-күҙ осрашам! Ошо яҡты тойғолар менән уртаҡлашырға теләйем, - тине Лилиә Заһит ҡыҙы күргәҙмәне асыу тантанаһында.

Ә кем кемгә ҡарай, кем кемде күҙәтә, һәр тамашасы үҙе билдәләй...

Күргәҙмәлә тәҡдим ителгән 23 сағыу һәм үҙенсәлекле эш һуңғы ике йылда, бер нисәһе 2022-2024 йылдарҙа яҙылған.

Лилиә Мәжитова 25 йылдан ашыу рәсем сәнғәте менән шөғөлләнә. Ул 300-ҙән ашыу картина яҙған.

Бынан тыш, 15 йыл дауамында ул мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, предприятиелар, шәхси студиялар стеналарын биҙәй... Уның эштәре Бәләбәйҙә, Дәүләкәндә, Өфөлә 130-ҙан ашыу бинаны йәмләгән.

Фотолар Л. Мәжитованан

 

Лилиә Мәжитова: «Мин ҺИҢӘ ҡарайым...»
Лилиә Мәжитова: «Мин ҺИҢӘ ҡарайым...»
Лилиә Мәжитова: «Мин ҺИҢӘ ҡарайым...»
Лилиә Мәжитова: «Мин ҺИҢӘ ҡарайым...»
Лилиә Мәжитова: «Мин ҺИҢӘ ҡарайым...»
Лилиә Мәжитова: «Мин ҺИҢӘ ҡарайым...»
Лилиә Мәжитова: «Мин ҺИҢӘ ҡарайым...»
Лилиә Мәжитова: «Мин ҺИҢӘ ҡарайым...»
Лилиә Мәжитова: «Мин ҺИҢӘ ҡарайым...»
Автор:Мила Любченко
Читайте нас