

Осрашыуға китап уҡыусылар, уның ижадын яратыусылар һәм яҡташтары йыйылды. Улар араһында яҙыусы һәм шағир Рудольф Павлов, Бишбүләк районы Кесе Мәнәүез ауылының этнография музейы директоры Марина Алексеева, «Урал сасси» сыуаш республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Надежда Родионова, ҡала һәм район китапханалары хеҙмәткәрҙәре бар ине.
Алып барыусылар – хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Фәриҙә Ханнанова һәм милли әҙәбиәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегенең әйҙәүсе белгесе Фәйрүзә Ардаширова – дуҫтарса һөйләшеү форматында дискуссия ойошторҙо.
Яҙыусы ижади эш хаҡында уйланыуҙары менән уртаҡлашты, әҫәрҙәре һәм уларҙың төп геройҙары хаҡында һөйләне. Китаптарҙың сюжеттары ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Был уларҙы һәр уҡыусыға яҡын һәм аңлайышлы итә. Әгәр кеше уның китаптарының береһен уҡып сыҡһа, ул мотлаҡ киләһеһен табырға теләй. «Бөгөнгә улар күпме?», – тип һораныҡ авторҙан. «Уларҙың теүәл һанын әйтеүе ҡыйын. Айырым китаптарҙан тыш, әҫәрҙәр төрлө йыйынтыҡтарҙа, журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә баҫылды, сыуаш, башҡорт һәм эстон телдәренә тәржемә ителде», – тип яуапланы ул.
Автор фотолары