

Төрлө тарафтарҙан төрлө милләт кешеләре ҡатнашҡан; сараларға, йыр-бейеүгә, уйындарға һ.б. ғәйәт бай байрамда бер төркөм бәләбәйҙәр ҙә ҡатнашты. Татар гимназияһының «Илһам» гармунсылар ансамбле егеттәре (етәкселәре Гүзәл менән Тимерхан Әхмәтовтар) халыҡ араһында ла уйнап, сәхнәлә лә сығыш яһап, Бәләбәй данын яҡлап, популярлыҡтарын тағын да көсәйтеп, һабантуйсыларҙы таң ҡалдырып ҡайттылар. Ниндәй һөйөнөс, йәш гармунсылар көндән-көн оҫтаралар, шымаралар, милли көйҙәрҙең ниндәй матур, халҡыбыҙҙың ниндәй моңло һәм дәртле булыуын йөрәктәренә һеңдерәләр.
Ярай әле гимназияның сәнғәт бүлеге бар (рәхмәт, сәнғәт бүлеген асҡан элекке директор Нурмөхәммәт Хөсәйеновҡа, урыны йәннәттә, рухы шат булһын), ярай әле унда үҙ эштәрен, балаларҙы һәм милли мәҙәниәтте үлеп яратҡан Әхмәтовтар бар. Ә бит бөгөнгө көндә күпме мәктәптәрҙә балаларҙың һәләттәре асылмайса ла ҡала.
Һабантуйҙың әле башҡа бер ҡайҙа ла булмаған тағын бер биҙәген әйтеп үтәйем әле. Ансамблдең бер егете – Илназ Хәйруллин – гармунында уйнай-уйнай ауышма бағанаға менеп, күптәрҙе шаҡ ҡатырған. Уға шәп һабантуй бүләге – тере әтәс тапшырғандар!
Йәшәһен барса халыҡ күңелен майҙандарға асып һалған һабантуйҙар! Йәшәһен гимназияның сәнғәт бүлеге! Уйнаһын гармундар!