

Башҡортостан илдә иң ҙур һәм тотороҡло кино селтәрҙәренең береһенә эйә. Уға 29 муниципаль киноустановка һәм 22 киноконцерт залы, 22 шәхси кинотеатр һәм «Родина» дәүләт кинотеатры инә. Төбәк муниципаль кино селтәрен үҫтереү буйынса илдә алдынғы позицияларҙы һаҡлап ҡала.
– 2015 йылдан 2024 йылға тиклем республикала 66 киноустановка (муниципаль һәм коммерция кинозалдары) үҙгәртеп ҡоролған, был маҡсатҡа кино фонды, конкурс процедураларын үткәргәндән һуң, 406 миллион һум аҡса бүлгән, – тип хәбәр итте республиканың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Наталья Лапшина.
2025 йылдан кинематография өлкәһендә «Ғаилә» милли проектының «Ғаилә» ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» яңы федераль проекты эшләй, уның операторы булып Кино фонды сығыш яһай. Элек һатып алынған ҡорамалдарҙы төҙөк хәлдә һаҡлау өсөн 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа кинозалдар ярҙам ала.
2025 йылда Йылайыр ауылы кинозалы һайлап алыу йомғаҡтары буйынса кино ҡорамалдарын яңыртыуға аҡса алды. 2026 йылда Салауатта, Мәләүездә, Күмертауҙа, Яңауылда һәм Белоретта ете кинозал конкурс еңеүселәре булды.
Республикала тамашасылар ағымының яртыһынан күберәген 10 муниципаль кинозал тәьмин итә – Бәләбәйҙә, Мәләүездә, Салауатта, Учалыла, Благовещенда, Яңауылда, Баймаҡта, шулай уҡ Дыуан, Шишмә һәм Хәйбулла райондарында.
Кинозалдар булмаған тораҡ пункттарҙа фильмдарҙы «Башҡортостан» киностудияһының күсмә киномобиле ярҙамында күрһәтәләр. 2025 йылда ғына был практика арҡаһында 64 сеанс ойошторолған, уларҙы 4 меңдән ашыу тамашасы ҡараған.
«Башинформ» материалдары буйынса.
Елена Петрова фотолары