

Уйын ҡағиҙәләре ябай, әммә ҡомарлы: үтеп барыусыларға популяр фильмдарҙы һәм йәнһүрәттәрҙе бер кадрға ҡарап ҡына белергә кәрәк була. Был еңел түгел кеүек тойола, әммә ысын киномандар өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ! Аллеялар буйлап йөрөгән бәләбәйҙәр экранға ҡарарға туҡтай һәм бер минуттан интеллектуаль алыш үҙәгенә эләгә. Һауала айырыуса көсөргәнеш хакимлыҡ итә: ҡатнашыусылар картинаның исемен иҫкә төшөрөргә маташҡанда, әле тынлыҡ урынлаша, әле паркта дуҫтарса көлөү һәм шатлыҡлы тауыштар яңғырай: «Был бит, «Ну, погоди!», «Әлбиттә, был «Иван Васильевич меняет профессию»!
Сараға быуындар бәйләнеше айырыуса мәртрәбә өҫтәй. Киноквиз төрлө дәүерҙәр осраған арауыҡҡа әйләнә. Өлкән быуын бала сағынан кадрҙарҙы белә, ә йәштәр үҙҙәре өсөн совет классикаһын ҡыҙыҡһынып аса.
Иң тулҡынландырғыс мәлдәр командала фекер алышыуҙар була: өлкәндәр һәм балалар, берләшеп, дөрөҫ яуаптар эҙләй, бәхәсләшә, сюжет деталдәрен иҫкә төшөрә һәм һәр еңеүгә ихлас шатлана.
Фотолар «Мираҫ» учреждениеһынан