Мәҙәниәт
13 Октября , 07:00

Республика көнөндә «Быраулаусы» шифаханаһында матур шиғри кисә үтте

Башҡорт шағиры, 1989 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хисмәтулла Юлдашев Бәләбәйгә ял итергә килгән. Шифахананың мәҙәни саралар ойоштороусыһы Рәмзилә Камеристова ял итеүселәр өсөн шағир менән осрашыу уҙғарған. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика көнөндә «Быраулаусы» шифаханаһында матур шиғри кисә үттеРеспублика көнөндә «Быраулаусы» шифаханаһында матур шиғри кисә үтте
Республика көнөндә «Быраулаусы» шифаханаһында матур шиғри кисә үтте

Тамашасылар Хисмәтулла Юлдашевтың шиғырына яҙылған Ырымбур өлкәһенең Александровка районы (шағирҙың бала сағы шунда үткән) гимнын яҙмала тыңлаған.

Хисмәтулла Хәсән улы осрашыуҙа төрлө йылдарҙа баҫылған «Көмөш йүгән» (1983), «Убаларҙа – ҡылған» (1989), «Сәнскеле йондоҙ» (2007), «Себер еле» (2012), «Һуҡмаҡ» (2017) йыйынтыҡтарына ингән шиғырҙарын уҡый.

2025 йылдың аҙағында шағирҙың тағы бер китабы – «Звезда в окно моё скреблась» йыйынтығы сыҡҡан. Унда Хисмәтулла Юлдашевтың руссаға тәржемә ителгән һәм башҡортса шиғырҙары тупланған.

Мәҙәни саралар ойоштороусының саҡырыуы буйынса осрашыуҙа махсус ҡунаҡ –

Зәйфә Мирғәзиән ҡыҙы Сәлихова ҡатнаша. Талантлы шағирә һәм яҙыусы туған татар телендә шиғырҙар, хикәйәләр, лирик һүрәтләмәләр, яҡташтары һәм бәләкәй тыуған иле тураһында публицистик материалдар яҙа ул. Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы. Ул Хисмәтулла Хәсән улын һәм ҡала ҡунаҡтарын ихлас сәләмләп, үҙенең шиғырҙарын уҡый.

Осрашыу күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булған. Ҡунаҡтар шағирҙың шиғыр йыйынтыҡтарын теләп ала, шағир автографтар яҙып бирә һәм барыһы бергәләп иҫтәлеккә фотоға төшәләр.

Республика көнөндә «Быраулаусы» шифаханаһында матур шиғри кисә үтте
Республика көнөндә «Быраулаусы» шифаханаһында матур шиғри кисә үтте
Республика көнөндә «Быраулаусы» шифаханаһында матур шиғри кисә үтте
Республика көнөндә «Быраулаусы» шифаханаһында матур шиғри кисә үтте
Республика көнөндә «Быраулаусы» шифаханаһында матур шиғри кисә үтте
Республика көнөндә «Быраулаусы» шифаханаһында матур шиғри кисә үтте
Республика көнөндә «Быраулаусы» шифаханаһында матур шиғри кисә үтте
Республика көнөндә «Быраулаусы» шифаханаһында матур шиғри кисә үтте
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас