Мәҙәниәт
16 Октября , 08:00

Асҡар Абдразаҡовҡа Рәсәйҙең халыҡ артисы исеме бирелде

Рәсәй президенты Владимир Путин илебеҙҙең күренекле граждандарына дәүләт наградалары тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Асҡар Абдразаҡовҡа Рәсәйҙең халыҡ артисы исеме бирелдеАсҡар Абдразаҡовҡа Рәсәйҙең халыҡ артисы исеме бирелде
Асҡар Абдразаҡовҡа Рәсәйҙең халыҡ артисы исеме бирелде

Рәсәй президенты Владимир Путин илебеҙҙең күренекле граждандарына дәүләт наградалары тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Дәүләт башлығының указы менән «Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» исеменә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артист-вокалисы Асҡар Абдразаҡов лайыҡ булды.

Ошо уҡ указ менән «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре» исеме Ишембай районындағы Йәнырыҫ ауыл биләмәһе башлығы Миниәр Маннановҡа бирелде.

2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән Рәсәй телевизион радиотапшырыуҙар селтәренең Белорет филиалы цехы начальнигы Евгений Ефремов наградалана.

Асҡар Абдразаҡовҡа Рәсәйҙең халыҡ артисы исеме бирелде
Асҡар Абдразаҡовҡа Рәсәйҙең халыҡ артисы исеме бирелде
Автор:
Читайте нас