Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ғинуар 2022, 15:00

Бәләбәйҙәме, Бишбүләктәме?

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Туған телдәр сәғәте» үткәрҙе. Ғилми йәмәғәтселек, муниципалитеттар етәкселәре, полилингваль күп профилле мәктәп директорҙары ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләрен тикшерҙеләр.

Бәләбәйҙәме, Бишбүләктәме?
Бәләбәйҙәме, Бишбүләктәме?

Кәңәшмә башында ҡатнашыусылар ғәмәлдәге полилингваль мәктәптәрҙең эшмәкәрлеген һәм республикала яңы уҡыу йорттарын үҫтереү мөмкинлектәрен анализланы.

***

Артабан «Туған телдәр сәғәте»ндә Башҡортостанда мари һәм сыуаш полилингваль мәктәптәрен асыу перспективаларын тикшерҙеләр.

Мишкә районында район үҙәгендәге мәктәп бинаһын капиталь ремонтлау проекты әҙерләнгән, уның базаһында мари полилингваль гимназияһын ойоштороу күҙаллана.

Буласаҡ сыуаш полилингваль мәктәбе Бишбүләк һәм Бәләбәй райондарының береһендә урынлашасаҡ. Был муниципалитеттарҙа сыуаштар күпләп йәшәй. Бишбүләктәр 2-се мәктәп нигеҙендә полилинигваль гимназия асырға әҙер. Район хакимиәте башлығы Артур Зарипов билдәләүенсә, бында белем усағына капиталь ремонт эшләү һәм буш биналарҙы интернат итеп үҙгәртеү талап ителә. Бәләбәй районында шулай уҡ туған телдәрҙе уҡытыу буйынса яҡшы эш тәжрибәһе тупланған: башҡорт, татар, рус һәм сыуаш гимназиялары эшләй.

– Беҙ Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында полилингваль белем биреү үҫешен даими күҙәтеп барабыҙ һәм анализлайбыҙ. Беҙҙең тәжрибә полилингваль гимназияларҙы башҡорт һәм сит телдәр нигеҙендә генә түгел, ә татар, мари һәм сыуаш телдәре нигеҙендә лә бойомға ашырыуыбыҙ менән айырылып тора. Йәғни, беҙҙә республикалағы бөтә халыҡтарҙың милләт-ара балансын һәм мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотоу тәжрибәһе бар, –  тип билдәләне төбәк Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов. – Шуға күрә беҙҙең тәжрибә Мәскәүҙә дәүләт власы органдарында һәм фәнни йәмәғәтселектә айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вице-премьер Азат Бадрановҡа сыуаш диаспораһы менән берлектә яңы полилингваль гимназияның урынлашыу мәсьәләһен ентекле тикшерергә һәм өйрәнергә ҡушты.

– Был мәктәптәр һорау менән файҙаланһын өсөн яҡташтарыбыҙҙың фекерен иҫәпкә алырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – 2023 йылда Мишкәлә мари полилингваль мәктәбен асыу өсөн быйыл уҡ капиталь ремонт эшләй башлайбыҙ.

***

«Туған телдәр сәғәте»ндә Өфөләге тәүге республика полилингваль мәктәптәре һәм Стәрлетамаҡтың 23-сө мәктәбе директорҙары сығыш яһап, белем биреү процесын ойоштороу тураһында һөйләне. Был гимназияларҙа уҡытыу 1-се кластан билингваль нигеҙҙә алып барыла. Һуңынан уҡыусылар өҫтәмә рәүештә француз, немец, Стәрлетамаҡта ҡытай, төрөк, испан телдәрен өйрәнә.

–  Уҡыусылар һаны һәм уларҙың өлгәше, шулай уҡ БДИ тапшырыу һөҙөмтәләре, мәктәп олимпиадаларында еңеү яулау осраҡтары һиҙелерлек арта, – тип билдәләне 1-се Республика полилингваль күп профилле мәктәбе директоры Булат Туҡтамышев. – 2021 йылда «Ата-әсәләр өсөн башҡорт теле»  проектын башланыҡ. Ул бик популяр булып сыҡты. Беҙгә башҡа төбәктәрҙән ғаризалар килә. Шуға күрә уҡытыуҙы видеоконференция режимында ла алып барабыҙ.

2-се «Смарт» Республика полилингваль күп профилле гимназияһында 5-се кластан профиль буйынса уҡытыу башлана. Директор Наил Әминев әйтеүенсә, бында уҡырға һәм уҡытырға теләүселәр күп.

                                                                                                           

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары менән берлектә күп профилле полилингваль мәктәптәрҙә уҡытыу сифатын тикшереү үткәрергә ҡушты.

***

«Туған телдәр сәғәте»ндә шулай уҡ Хәйбулла, Баймаҡ һәм Учалы райондарында яңы полилингваль мәктәптәр төҙөү мәсьәләһе ҡаралды. Муниципалитет башлыҡтары төҙөлөш-ремонт эштәренең планы һәм барышы, уҡыу йорттарын кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса финанслау хаҡында һөйләне.

– Быйыл Учалыла полилингваль гимназия асасаҡбыҙ, Аҡъярҙа ла эштәрҙе тиҙләтергә кәрәк, артабан Баймаҡта асыуҙарын көтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Әле, йәғни төҙөлөш барышында уҡ, һәр гимназия өсөн уҡыу планы төҙөргә һәм кадрҙар һайларға кәрәк.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:
Читайте нас: