Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Май 2022, 11:00

Рәсәйҙә дөйөм балалар хәрәкәтен тергеҙергә ниәтләйҙәр

Быйыл 19 майҙа Пионерияның 100 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. 18-19 майҙа Мәскәүҙә Рәсәй уҡыусыларының «Ҙур мәктәп пикнигы» тигән фестиваль үтә. Унда илдең 85 төбәгенән 1 меңдән ашыу делегат ҡатнашасаҡ. 

Рәсәйҙә дөйөм балалар хәрәкәтен тергеҙергә ниәтләйҙәр
Рәсәйҙә дөйөм балалар хәрәкәтен тергеҙергә ниәтләйҙәр

РБК хәбәр итеүенсә, ошо сара барышында 19 майҙа Рәсәйҙә яңы дөйөм балалар һәм йәштәр хәрәкәте булдырылыуы тураһында хәбәр ителәсәк. Шулай итеп, Пионерияның тыуған көнөндә илдең бөтә балаларын берләштереүсе элекке пионерҙар ойошмаһына оҡшаш хәрәкәт тергеҙелә. 

«Ҙур мәктәп пикнигы» фестивале ваҡытында «Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте» балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһының сираттағы съезы ла үтә, беренсе Бөтә Рәсәй балалар премияһын тапшырыу тантанаһы буласаҡ. Абруйлы ҡунаҡтар, төрлө ведомство вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Әлбиттә, Пионерияның 100 йыллығы ла тантаналы билдәләнәсәк.

 

Автор:
Читайте нас: