Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Май 2022, 14:00

Бюджет урындары арта

Республика вуздары яңы уҡыу йылында абитуриенттар өсөн 13 465 бюджет урыны әҙерләгән. Был хаҡта «Объясняем. Башкортостан» телеграм-каналы хәбәр итте.

Бюджет урындары арта
Бюджет урындары арта

Бюджет урындары йылдан-йыл арта. 2018-2019 уҡыу йылында улар 9 992 генә ине. 2023-2024 йылдарҙа 13 749 бюджет урыны планлаштырыла. 1,5 тапҡырға тиерлек артҡан. Популяр йүнәлештәр араһында – мәғариф һәм педагогика  (2 371 урын), геология, тау, нефть-газ эше (925 урын), машиналар эшләү (870), информатика һәм иҫәпләү техникаһы (869), медицина (807).

2023-2024  уҡыу йылында Рәсәйҙә 590 меңдән ашыу студент бушлай уҡый башлай. Тиҙ арала импортты алмаштырыу өсөн кәрәкле һөнәрҙәргә баҫым яһала, һанлы иҡтисад өсөн әҙерләүгә айырым иғтибар бүленә.

Автор:
Читайте нас: