Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Май 2022, 15:00

Ниндәй фәндәр уҡыусыларҙа популяр?

Быйыл Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы ковидҡа тиклемге ваҡыттағы кеүек ойошторола. Аттестат алыу өсөн ун беренселәр рус теленән һәм математиканан һынау тота (юғары уҡыу йортона инергә йыйынмаһа ла). Был турала Башҡортостан хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәһендә мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙин белдерҙе.

Ниндәй фәндәр уҡыусыларҙа популяр?
Ниндәй фәндәр уҡыусыларҙа популяр?

Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп осоро – 26 майҙан 2 июлгә тиклем, өҫтәмә осор – 5 -20 сентябрҙә. Быйыл төп осорҙа 156 имтихан ҡабул итеү пункты эшләй. Имтихандарҙа 17 545 ун беренсе класс уҡыусыһы ҡатнашырға йыйына. Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар араһында иң популяр фәндәр – профилле математика һәм йәмғиәтте өйрәнеү. Информатика һәм ИКТ, биология, физика, химия, тарихҡа ла ҡыҙыҡһыныу юғары.

2022 йылда туғыҙынсыларҙың дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы ла ғәҙәттәгесә уҙғарыла. Сығарылыш уҡыусылары аттестат алыу өсөн дүрт имтихан бирә: рус теленән, математиканан, ә ике фәнде үҙе һайлай. Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын 42 411 уҡыусы тапшырырға әҙерләнә.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: