Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Май 2022, 11:00

Күңелле яңылыҡ!

Йыл башында мәктәптәребеҙҙең уҡыусыларҙың инициативаларын бюджетлау республика проектында ҡатнашыуҙары хаҡында яҙғайныҡ. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең заявка биргән дүрт мәктәптең өсөһө еңгән!

Күңелле яңылыҡ!
Күңелле яңылыҡ!

Хәҙер Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернаты, 1-се гимназия һәм Приют ҡасабаһының 16-сы мәктәбе республика бюджетынан яртышар миллион һум аҡса аласаҡ! Уға урындағы бюджеттан 10 процент ҡушыла. Был аҡсаға башҡорт гимназия-интернатында үҙ каналдарында яңылыҡтар сығарыусы телестудия асыла. 1-се гимназияла химия һәм биологияны тәрәнәйтеп өйрәнеү өсөн медицина класы булдырыла. 16-сы мәктәптә профессиональ яҙмалар өсөн музыкаль студия асыла.

Ихлас ҡотлайбыҙ!

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: