Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Июнь 2022, 11:00

Туғыҙынсылар туған телдәрен һайлай!

Бөгөн 8-се мәктәптә туғыҙынсы класты тамамлаусылар үҙҙәре һайлаған предмет буйынса имтихан бирә.

Туғыҙынсылар туған телдәрен һайлай!
Туғыҙынсылар туған телдәрен һайлай!

Бәләбәй муниципаль районында 29 уҡыусы дәүләт аттестацияһы өсөн туған телдәрен һайлаған. Өсәүһе башҡорт гимназия-интернатынан башҡорт теленән диктант яҙһа, ике бала – мари теленән. Улар Мәтәүбаштың төп мәктәбен тамамлаусылар. Бер уҡыусы сыуаш гимназияһынан һәм бишәү Ыҫлаҡбаштан сыуаш теленән белемдәрен күрһәтә.  18 туғыҙынсылар татар телен һайлаған: 16 – татар гимназияһынан һәм икәү – Мәтәүбаштан.

Уңыш юлдаш булһын балаларға!

 

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: