Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Июнь 2022, 15:00

Хеҙмәте өсөн юғары баһа

Бөгөн Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты базаһында республика мәғариф идаралыҡтарының һәм бүлектәренең туған телдәрҙе уҡытыу өсөн яуаплы методистарының һәм белем биреү ойошмалары етәкселәренең йомғаҡлау семинар-кәңәшмәһе уҙғарыла.

Хеҙмәте өсөн юғары  баһа
Хеҙмәте өсөн юғары баһа

Кәңәшмә программаһында республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты вәкилдәренең сығыштары, ФГОС-ҡа индерелгән яңылыҡтар хаҡында түңәрәк өҫтәл уҙғарыу ҡаралған.

Беҙҙең Бәләбәй өсөн күңелле яңылыҡ: Мәғариф идаралығының туған телдәр уҡытыу өсөн яуаплы методисы Светлана Гәрәеваға БР Мәғариф һәм фән министлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Ҡотлайбыҙ!

Хеҙмәте өсөн юғары  баһа
Хеҙмәте өсөн юғары баһа
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: