Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Июнь 2022, 13:00

Бәләбәйҙә белгестәр һаны ҡырҡа артты

Һамар дәүләт техник университеты Бәләбәй филиалының тамашалар залына 80-дән ашыу кеше йыйылған. Был көндө ситтән тороп вузда уҡыусылар биш йыл көткән.

Бәләбәйҙә белгестәр һаны ҡырҡа артты
Бәләбәйҙә белгестәр һаны ҡырҡа артты

Бына ул көн – дипломдар тапшырыу көнө!  Диплом алыусыларҙың байтағы ҙур тормош тәжрибәһенә эйә өлкәндәр. Шулай ҙа хатта улар ҙа был  юлы тулҡынланыуҙарын йәшермәне: имтихандар, зачеттар артта ҡалған, ә алда – яңы офоҡтар, яңы мөмкинлектәр.

– Хәҙер һеҙ еңел һулап: «Бер ни тиклем ваҡыт уҡымаһам да була, университетта алған белемемде файҙаланып, эшләй алам», тип әйтә алаһығыҙ», – тине ҡотлау һүҙендә филиал директоры Лолита Инаходова. Ул студенттарҙы юғары белем алыуҙары менән ихлас ҡотланы һәм артабанғы тормоштарында уңыштар теләне. Ҡолтлауҙарҙы башҡа уҡытыусылар дауам итте, улар алған белемдәренең ҡәҙерен белеүҙәрен, тормошта файҙаланыуҙарын, уҡыу йортон яҡшы һүҙ менән иҫкә алыуҙарын теләнеләр.

Һәм бына осрашыуҙың юғары нөктәһе – көтөп алынған дипломдарҙы тапшырыу. 81 ситтән тороп уҡыусы юғары белем алыуҙары тураһында диплом алды. Ҡалала бөгөн «Сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө», «Йылылыҡ һәм газ менән тәьмин итеү һәм елләтеү», «Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү» өлкәләрендә белгестәр ҡырҡа артты.

Әйтергә кәрәк, 38 кеше сығарылыш эштәрен «отлично»ға яҡлаған. Шуны ла әйтеп үтәйек: 2022–2023 уҡыу йылына филиал «Төҙөлөш», «Мәғлүмәт системалары һәм технологиялары», «Электроэнергетика һәм электротехника», «Продукция технологияһы һәм йәмәғәт туҡланыуын ойоштороу» һәм «Менеджмент» белгеслектәре буйынса ҡабул итә. Көндөҙ, ситтән тороп, көндөҙ-ситтән тороп уҡыу формалары бар.

Регина Фәйезова материалы буйынса

Автор:
Читайте нас: