Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Июль 2022, 13:00

Уҡытыусылар өсөн ТВ-шоу уҙасаҡ

Рәсәй буйынса был шоуға һайлап алыу башланған.

Уҡытыусылар өсөн ТВ-шоу уҙасаҡ
Уҡытыусылар өсөн ТВ-шоу уҙасаҡ

«Классная тема» телевизион шоуын РФ Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса «Рәсәй-1» телеканалы һәм «VK» компанияһы булышлығында РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора. Проектта һәр уҡытыусы ҡатнаша ала.

Беҙҙең республика педагогтары ла ғариза ебәрә башлаған. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһының 22-се мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Хажиева ҡатнашырға теләк белдергән. Мәләүез ҡалаһының 8-се мәктәбенән Наталья Ҡунаҡбаева ла үҙ көсөн һынамаҡсы.

Ҡатнашыу өсөн ғариза 10 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Уны видеовизитка менән бергә «Бәйләнештә»ге мини-ҡушымтаһы аша юлларға: https://vk.com/app8217023.

Автор:
Читайте нас: