Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Август 2022, 15:00

Хәүефһеҙлек тәьмин итеү – контролдә

Бәләбәй районында белем биреү ойошмаларының яңы уҡыу йылына әҙелеген тикшереү башланды.

Хәүефһеҙлек тәьмин итеү – контролдә
Хәүефһеҙлек тәьмин итеү – контролдә

Биналарҙың, биләмәләрҙең санитар торошо, йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү системаларының төҙөклөгө, аҙыҡ-түлек блоктарының, медпункттарҙың һәм спорт залдарының эшкә әҙерлеге тикшерелә. Янғын һәм террорға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә айырым иғтибар бирелә.

Ведомство-ара муниципаль комиссия ағзалары – Мәғариф идаралығы вәкилдәре, күҙәтеү хеҙмәттәре һәм ведомстволары, хоҡуҡ һаҡлау органдары  хеҙмәткәрҙәре 1 августан мәктәптәргә, балалар баҡсаларын, өҫтәмә белем биреү учреждениеларын ҡарай башланылар.

Район конкурсы еңеүселәре – иң яҡшы белем биреү ойошмалары традиция буйынса педагогтарҙың август кәңәшмәһендә аталасаҡ.  

 

«БИ» белешмәһе

Бәләбәй районында 23 дөйөм белем биреү ойошмаһы эшләй, уларҙа 10 меңдән ашыу бала уҡый.

22 учреждение мәктәпкәсә белем бирә. Ведомствоға ҡараған һәм шәхси балалар баҡсалары бар. Бәләбәй ҡалаһының «Яңы быуын» балалар-үҫмерҙәр үҙәге һәм Приют ҡасабаһының Балалар ижады үҙәге өҫтәмә белем бирә.

Римма Солтанова материалы буйынса.

Елена Петрова фотоларында: комиссия татар гимназияһында эшләй

 

 

Хәүефһеҙлек тәьмин итеү – контролдә
Хәүефһеҙлек тәьмин итеү – контролдә
Хәүефһеҙлек тәьмин итеү – контролдә
Хәүефһеҙлек тәьмин итеү – контролдә
Хәүефһеҙлек тәьмин итеү – контролдә
Автор:
Читайте нас: