Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Август 2022, 11:00

Уҡытыусылар, һеҙ ҙә тәҡдимдәр индерә алаһығыҙ!

Киләһе йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы була. Әле үк педагогтар берләшмәһе өсөн федераль, шулай уҡ төбәк кимәлендә ойоштороласаҡ күләмле саралар планы әҙерләнә. План төҙөүгә Рәсәй уҡытыусылары ла ҡушыла ала. Тәҡдимдәр йыйыу эшен Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара.

Уҡытыусылар, һеҙ ҙә тәҡдимдәр индерә алаһығыҙ!
Уҡытыусылар, һеҙ ҙә тәҡдимдәр индерә алаһығыҙ!

«Уҡытыусы һәм остаз йылына ярашлы, ниндәй саралар тап һеҙгә мөһим булыр ине?  Һеҙ, уҡытыусылар, белем биреү системаһының артабанғы үҫешен нисек күрергә теләйһегеҙ?» – тип тәҡдимдәр һорап мөрәжәғәт итә министр.

Әгәр ҙә Уҡытыусы һәм остаз йылын уҙғарыу планына ниндәйҙер саралар уҙғарыу буйынса тәҡдимегеҙ булһа, уларҙы электрон адресҡа [email protected] ебәрә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас: