Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Август 2022, 11:00

Республика уҡытыусылары август кәңәшмәһенә йыйыла

Бөгөн, 12 августа, Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе  үткәрелә. Уҡытыусылар кәңәшмәһенең төп темаһы  – «Глобаль (геосәйәси) саҡырыуҙар шарттарында берҙәм мәғариф киңлеге».

Республика уҡытыусылары август кәңәшмәһенә йыйыла
Республика уҡытыусылары август кәңәшмәһенә йыйыла

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, кәңәшмәлә дискуссия майҙансыҡтарының эше ҡаралған. Ҡатнашыусылар илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, заманса мәктәптең берҙәм белем биреү киңлеге, мәктәпкәсә белем биреү, остазлыҡ институтын үҫтереү, белем биреү сифаты һәм функциональ грамоталылыҡ мәсьәләләрен тикшерә.

Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Мәғариф министрлығының һанлы трансформация һәм ҙур мәғлүмәттәр департаменты директоры Андрей Горобец, Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Луганск Халыҡ Республикаһының мәғариф һәм фән министры Иван Кусовтың ҡатнашыуы көтөлә.

Мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты менән Луганск Халыҡ Республикаһының генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу, шулай уҡ Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыларын бүләкләү тантанаһы була.

Август кәңәшмәһенең пленар ултырышы онлайн күрһәтелә. Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: