Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Декабрь 2022, 10:00

Бәләбәй ҡалаһының 15-се мәктәбенән Татьяна Якушева бүләкләнеүселәр араһында

Башҡортостан уҡытыусылары туған тел уҡытыусыларының халыҡ-ара оҫталыҡ дәресе еңеүселәре иҫәбенә инде. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин оҫталыҡ дәресе еңеүселәре һәм призерҙары исеменә лайыҡ булған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәпкәсә ойошмаларҙың педагогтары менән осрашты.

Бәләбәй ҡалаһының 15-се мәктәбенән Татьяна Якушева бүләкләнеүселәр араһында
Бәләбәй ҡалаһының 15-се мәктәбенән Татьяна Якушева бүләкләнеүселәр араһында

«Ҡотлайым һеҙҙе, коллегалар. Ҡаҙаныштарығыҙ тағы ла яңы уңыштарға ҡанатландырһын. Һәр берегеҙ — мөғәлллимлек эшенә яңы тотонған йәш коллегаларығыҙ өсөн илһамландырғыс өлгө. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, ысын күңелдән тағы ла юғары ижади һәм һөнәри үрҙәр теләйем», — тип мөрәжәғәт итте ул осрашыуҙа ҡатнашыусыларға.

Республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, туған тел уҡытыусыларының халыҡ-ара оҫталыҡ дәресендә беренсе урынға һәм еңеүсе исеменә «СМАРТ» 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Сәфиуллина лайыҡ булды. Өсөнсө урынды Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылының башҡорт гимназияһынан Зилә Миңлебаева яуланы.

«Туған телгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы тәрбиәсеһе» номинацияһында беренсе урын Өфөнөң 308-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәшиҙә Ғибәҙуллинаға бирелде.

Ошо уҡ номинацияла өсөнсө урынға Дыуан районы Мәсәғүт ауылының 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Юлиә Фәтҡуллина лайыҡ булды.

«Уҡытыусы-новатор» номинацияһында икенсе урынды Бәләбәй ҡалаһының 15-се мәктәбенән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Татьяна Якушева яуланы.

Башинформ

 

Автор:
Читайте нас: