Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Декабрь 2022, 14:00

Бәләбәйгә лә яңы автобус ҡайтты

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәре директорҙарына илебеҙҙә етештерелгән ГАЗ, ПАЗ һәм УАЗ маркалы 56 заманса мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы.

Бәләбәйгә лә яңы автобус ҡайтты
Бәләбәйгә лә яңы автобус ҡайтты

«Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Быйыл һеҙҙең менән берҙәм булдыҡ һәм бергәләп һынауҙарҙы еңеп сығырбыҙ. Планға ярашлы мәктәп автобустарын яңыларына алмаштырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Башҡортостандың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында күпселек уҡыусыларҙың иртәһе мәктәп автобусында йөрөүҙән башлана. Уларҙың заманса автобуста йөрөүе, ә ата-әсәләрҙең балалары өсөн борсолмауы мөһим. Бөгөн водителдәргә аварияһыҙ йөрөгәне, иғтибары өсөн рәхмәт әйткем килә. Водителдәр ҡайһы саҡта йырлап та ебәрә, иртәнсәк балаларға йылы һүҙҙәрен дә йәлләмәй, тип һөйләгәндәре бар. Беҙ 10 йылдан иҫкерәк автобустарҙы тулыһынса тиерлек алмаштырҙыҡ. Ошо мөһим эште мотлаҡ дауам итербеҙ. Мәктәп директорҙарына яҡшы эшләүҙәрен һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем. Мәғариф министрлығына ла рәхмәт әйткем килә. Федераль бюджет аҡсаһына алынған автобустар һаны буйынса илдә беренсе урынды биләйбеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе асҡыстарҙы тапшырғандан һуң автобустарҙы ҡараны. Уларҙың барыһы ла ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/ GPS, тахографтар менән йыһазландырылған.

– Яңы йылға республика башлығы ҡулынан бүләк алыу ҡыуаныслы, бигерәк тә 97 сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Бәләбәй коррекцион мәктәбе директоры Лилиә Имаева. – Әлеге ПАЗик 12 йылдан ашыуйөрөнө. Уны алырға элекке республика етәксеһе Мортаза Рәхимов финанс ярҙамы күрһәткәйне. Икенсе автобусыбыҙ балаларҙы мәктәпкә йөрөтөүгә, мәҙәни һәм танып белеү экскурсиялары ойоштороуға, төрлө ярыштарға барыуға тәғәйенләнгән. Учреждение етәксеһе яңы техникала эшләргә кеше кәрәклеген дә әйтте.

Фотолар БР Башлығының матбуғат хеҙмәтенән

 

Автор:
Читайте нас: