Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Декабрь 2022, 11:00

Башҡорт гимназия-интернатында «Ижади студия» асылды!

Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатында «Ижади студия» асыу тантанаһы уҙҙы.

Башҡорт гимназия-интернатында «Ижади студия» асылды!
Башҡорт гимназия-интернатында «Ижади студия» асылды!

Бындай студия асыу «Мәктәп уҡыусылары араһындағы башланғыстарҙы бюджетлау» проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә, район хакимиәте, Мәғариф идаралығы, гимназия-интернат коллективы һәм проект бағыусылары ярҙамында мөмкин булды. Уҡыусыларҙың ата-әсәләренә ышаныстары һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт.

Был проект сиктәрендә гимназия уҡыусыларының автор сюжеттары, телетапшырыуҙар һәм тематик видеороликтар әҙерләүҙә актив ҡатнашыуы күҙаллана. Улар өҫтөндә эш видео төшөрөү, анимация һәм тауыш яҙыу кеүек техник эштәрҙе үҙләштереүҙе лә үҙ эсенә ала. Ижади студия гимназия-интернат уҡыусыларына Бөтөн Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа һәм кинофестивалдәрҙә ҡатнашыу һәм наградалар алыу, республика телеканалдары өсөн контент әҙерләү мөмкинлектәре бирәсәк. Шулай уҡ балаларҙы һөнәр һайларға әҙерләү, йәмғиәт өсөн файҙалы эшмәкәрлеккә йәлеп итеү ижади студияның  маҡсаты булып тора. Тантанала гимназия уҡыусылары мәртәбәле ҡунаҡтарға рәхмәт йөҙөнән сувенирҙар бүләк иттеләр.

Район хакимәите башлығы Азат Сәхәбиев студия тәрбиәләнеүселәренә ижади уңыштар теләне, йәш таланттарға ярҙам иткәндәре өсөн бағыусыларға рәхмәт белдерҙе.

Ижади студия 7 төрлө эш йүнәлеше тәҡдим итте: анимация, 3D графика, тауыш яҙыу, видео төшөрөү, «Тамыр» телеселтәре, фотостудия һәм театр түңәрәге. Балалар үҙ йүнәлештәрен күрһәтеүгә ижади әҙерләнгән.

Уҡыусыларға һәм уларҙың етәкселәренә бар ниәттәренең ғәмәлгә ашыуын теләйбеҙ!

Материал һәм фотолар гимназия-интернат сайтынан

 

 

Автор:
Читайте нас: