Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Ғинуар 2023, 17:00

Сатлама һыуыҡтар ҡамасауламаны

Бәләбәй ҡалаһының 8-се мәктәбендә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары уҙҙы.

Сатлама һыуыҡтар ҡамасауламаны
Сатлама һыуыҡтар ҡамасауламаны

Ҡунаҡтарҙы мәктәптең уҡыу эше буйынса директор урынбаҫары Надежда Тарасова сәләмләне. 8-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ильмира Мөхәмәтова менән Әминә Муллағәлиева башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙы телде өйрәнеүгә дәртләндереүҙә ҡыҙыҡлы, һөҙөмтәле алымдары тураһында һөйләнеләр.

Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбәите уҡытыусыһы Зүлиә Исламова үҙенең «Тамыр» студияһындағы эше менән таныштырҙы. Ошо белем биреү ойошмаһы уҡытыусыһы Айгөл Борисова  башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәүләт имтиханына әҙерләнеүҙең төп үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, башҡорт теле буйынса төбәк олимпиадаһының нисек уҙыуы хаҡында бәйән итте.

Семинар  түңәрәк өҫтәл рәүешендә йомғаҡ яһау менән тамамланды. Унда туған телде уҡытыуҙағы проблемалы мәсьәләләр ҡаралды.

Мәғариф идаралығы белгесе Светлана Гәрәева сығышында туған телдәрҙе ихтирам итергә, ҡәҙерләргә, балаларҙа башҡорт теленә, дәүләт телдәренә һөйөү тәрбиәләргә саҡырҙы һәм 8-се мәктәп етәкселегенә, уҡытыусыларына сараны юғары кимәлдә әҙерләп уҙғарғандары өсөн рәхмәт белдерҙе,  Мәғариф идаралығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Сатлама һыуыҡтар ҡамасауламаны
Сатлама һыуыҡтар ҡамасауламаны
Сатлама һыуыҡтар ҡамасауламаны
Сатлама һыуыҡтар ҡамасауламаны
Сатлама һыуыҡтар ҡамасауламаны
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: