Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Ғинуар 2023, 16:00

Уҡытыусылар, был һеҙҙең йыл!

Рәсәйҙә 2023 йыл Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Дәүләт башлығы Владимир Путин 2022 йылдың июнендә тейешле указға ҡул ҡуйған. Уҡытыусы һәм остаз йылының төп маҡсаты — педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең айырым статусын таныу. Шуға күрә лә барлыҡ сараларҙың да уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә, һөнәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелеүе осраҡлы түгел.

Уҡытыусылар, был һеҙҙең йыл!
Уҡытыусылар, был һеҙҙең йыл!

Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан республика планына бөтәһе 53 сара индерелгән. Быйыл Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл, шулай уҡ яңыртылған Мәғарифты үҫтереү тарихы музейын асыу күҙаллана.

Планда һөнәри оҫталыҡ өлкәһендәге бәйгеләр, Бөтөн Рәсәй уҡытыусылар һәм өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре конкурстарының төбәк этаптары, төбәк-ара конкурстар, «Рәсәйҙең киләсәк быуын уҡытыусыһы» Бөтөн Рәсәй студенттар конкурсы бар.

Бынан тыш, Башҡортостанда ғилми-ғәмәли конференциялар, тематик форумдар һәм фестивалдәр ойоштороласаҡ. Улар араһында – «Кәрәҙ» республика педагогик марафоны, шулай уҡ «Юғарыға ос!» мәктәп мәғарифы форумы.

Автор:
Читайте нас: