Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Ғинуар 2023, 16:00

2023 йылда БДИ тапшырыу өсөн 1 февралгә тиклем ғариза бирергә мөмкин

Имтихандар өс этапта уҙғарыла: ваҡытынан алда - 20 марттан 19 апрелгә тиклем, төп ваҡыт - 26 майҙан 1 июлгә тиклем, өҫтәмә - 6 сентябрҙән 19 сентябргә тиклем.

2023 йылда БДИ тапшырыу өсөн 1 февралгә тиклем ғариза бирергә мөмкин
2023 йылда БДИ тапшырыу өсөн 1 февралгә тиклем ғариза бирергә мөмкин

Нисек ғариза бирергә:
– уҡыусылар ғаризаны үҙҙәренең мәктәбендә яҙа,
–  уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар ғаризаны район мәғариф идаралығында яҙа ала.
Ғаризала имтихан бирәсәк предметтарҙы һанап сығырға кәрәк.
Уҡыусылар өсөн ике фән - рус теле һәм математика мотлаҡ булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта, имтихан биреүсе математиканан берҙәм дәүләт имтиханының бер генә кимәлен - база йәки профилле кимәлен һайларға тейеш.
Уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлап, аттестат алған сығарылыш уҡыусылары математика буйынса профилле кимәлдә генә һынау тота ала.
Имтиханда ҡатнашыусылар башҡа фәндәрҙе үҙҙәре һайлай. Улар юғары уҡыу йортонда белем алырға теләгәндәр өсөн кәрәк.
☎ БДИ һәм ТДИ мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия телефоны: 8 (347) 218 03 81, 8 (347) 218 03 28.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

 

Автор:
Читайте нас: