Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Февраль 2023, 18:00

Мәктәп уҡыусыһына саңғыны кем алып бирә?

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә мәктәптәрҙә саңғы менән бәйле проблеманың нисек хәл ителеүе хаҡында һөйләне.

Мәктәп уҡыусыһына саңғыны кем алып бирә?
Мәктәп уҡыусыһына саңғыны кем алып бирә?

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль селтәрҙәрҙә ата-әсәләр физкультура дәресенә саңғыһыҙ килгән уҡыусыға насар баһа ҡуйыуға зарланғайны.

– Физкультура уҡытыусыһы дәрестә саңғыһы булмаған балаға икеле ҡуйып дөрөҫ эшләмәгән, беҙ быны тикшерҙек. Ҡатмарлы мәсьәлә, мәктәптәрҙең уҡытыу саралары, дәреслектәр һатып алырға аҡсаһы етмәй, – тине Айбулат Хажин.

Министр һүҙҙәренсә, 2018 йылда һәр балаға йылына 590 һум бүленһә, Башҡортостандың Финанс министрлығы ярҙамында 2023 йылдың 1 ғинуарынан был сумма 2,5 мең һумға еткерелгән. Аҡса бүленгән, ошо уҡыу йылында проблема хәл ителергә тейеш, мәктәптәргә дәреслектәр һәм инвентарь һатып алыу өсөн аҡса бирелә, был сумманы алдағы йылдарҙа индексацияларға кәрәк.

– Мәктәп тәьмин итергә тейеш, мәктәптең бурысы. Инвентары булмаған балалар өсөн дәрестәр спорт залында һәм йәки саф һауала үткәрелә, ләкин был физик әҙерлек, – тине Айбулат Хажин.

Республика хөкүмәте премьер-минстры Андрей Назаров аңлатыу эштәрен алып барырға ҡушты: әгәр ата-әсәләр балаларын инвентарь менән тәьмин итә алмай икән, уларҙы мәжбүр итергә ярамай, был – мәктәптең бурысы.

Башинформ.

Фото: novyefoto.ru

Автор:
Читайте нас: