Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Февраль 2023, 11:00

Бәләбәй уҡыусыһы тағы еңеүсе!

Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернаты – уҡыусыларының белем сифаты буйынса тағы иң яҡшылар араһында!

Бәләбәй уҡыусыһы тағы еңеүсе!
Бәләбәй уҡыусыһы тағы еңеүсе!

20 ғинуарҙа илебеҙҙең байтаҡ ҡалаларында мәктәптәр уҡусыларының астрономия буйынса ХХХ Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы булды.  Туғыҙынсы кластар араһында олимпиаданың ошо этабында гимназия-интернаттан Андрей Климин абсолют еңеүсе булды.

Һис һүҙһеҙ, буласаҡ физик-астрономды олимпиадаға әҙерләүҙә педагог-остазы Зөлфиә Йәүҙәт ҡыҙы Талхина ҙур роль уйнай.

Алда олимпиаданың йомғаҡлау этабы. Андрейға уңыштар теләйбеҙ!

Фотолар: башҡорт гимназия-интернатынан

Бәләбәй уҡыусыһы тағы еңеүсе!
Бәләбәй уҡыусыһы тағы еңеүсе!
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: